среда, 18 июня 2014 г.

Париж биҫтәһе кешеләре бурлыҡта шик аҫтына алынған үҫмерҙе судһыҙ язалап үлтергән.


Париж биҫтәһе кешеләре бурлыҡтарҙа һәм хатта талауҙарҙа шик аҫтына алынған үҫмер сиғанды судһыҙ бик ҡаты язалап үлтергән.

Битлек кейгән ир-ат уны табор янында тотоп алған һәм, подвалға алып төшөп,  оҙаҡ ҡына туҡмаған.

Һөжүмдән һуң, урындағы табор халҡы- 200 тирәһе кеше- был тирәнән ҡасып киткән.

Улар уны тотоп алып, ҡаты туҡмаған. Үҫмерҙе супермаркет тележкаһында ятҡан килеш табып алғандар, ул ауыр хәлдә булған,”-тип һөйләй полиция вәкиле.

Тәртип һағы органдары һәм сәйәсмәндәр судһыҙ-ниһеҙ атҡарылған был үлтереште ғәйепләп сыҡты, зыян күреүсенең полиция менән проблемалары булған, тик уларҙы законлы рәүештә хәл итергә кәрәк ине, тиҙәр:

“Ваҡ тәртип боҙоуҙар эшләгән бәлиғ булмаған был үҫмерҙе беҙ яҡшы беләбеҙ,”-тип раҫланылар полицияла.

Францияла сиғандар мәсьәләһе ҡырҡыу тора. Евроберләшмә ғәйепләһә лә, Париж был халыҡты илдән күпләп ҡыуа. Мәҫәлән, уҙған йыл сит илгә 20 меңгә яҡын кеше оҙатылған. Һорашыу үткәреү мәғлүмәттәре буйынса, француздарҙың күпселеге быны хуплай.



Комментариев нет:

Отправить комментарий