вторник, 3 июня 2014 г.

Таһранда бығаса күрелмәгән ҡом бураны.


Ирандың баш ҡалаһы Таһранға ябырылған ҡом бураны арҡаһында, кәм тигәндә, 5 кеше һәләк булған, 40 тирәһе кеше тән йәрәхәттәре алған.

Ҡала ҡыҙғылт һары туҙан болото эсендә ҡалды, ел тиҙлеге иһә сәғәтенә 100 километрҙан ашып китте. Иҫ киткес көслө ҡом бураны көтмәгәндә Иран баш ҡалаһына урындағы ваҡыт менән 17:30 сәғәттә ябырылды.

Ел ағастарҙы ауҙарҙы, ауғанда улар йорттарҙың тәҙрәләрен ҡырҙы. Ҡайһы бер райондарҙа электр һәм интернет менән өҙөклөктәр килеп сыҡты.

Ғәрәсәттән һуң, Таһран яйлап ҡәҙимге тормошона ҡайта: урамдарҙа яңынан хәрәкәт башланды, Таһран аэропорты йәнә үҙ эшенә тотондо. Әммә, синоптиктарҙың фекере буйынса, көн яманы йәнә бер тәүлеккә һуҙылыуы ихтимал.


Комментариев нет:

Отправить комментарий