пятница, 6 июня 2014 г.

Мексика урманды ҡотҡара.


Мексикала йыл һайын 300 мең гектар урман юҡ ителә. Әммә хәлдәр бик үк өмөтһөҙ түгел. Икстлан ауылында, мәҫәлән, ағас эшкәртеү сәнәғәте урмандарҙы рациональ ҡулланыуға ҡоролған. Был турала Фокуспрограммаһында.
Мексика урмандарҙы юҡ итеү тиҙлеге буйынса беренсе урынды биләй. Төп сәбәп- ағастарҙы браконьерҙарҙың ҡырыуы һәм, ерҙән ҙурыраҡ килем алыр өсөн, ағастарҙы һәләк итеү. Һүҙ бында, әлбиттә, ауыл хужалығы үҫеше, туризм, тау сәнәғәте һәм ҡалаларҙың киңәйеүе хаҡында бара.
Бынан тыш Мексикала урмандарҙы оҙайлы файҙаланыу һәм һаҡлауҙың миҫалы ла бар. Оахака штатындағы Икстлан де Хуарес общинаһына рәхим итегеҙ.
Өс тиҫтә йыл элек Запотек ҡәбиләһе индеецтары урмандарҙы файҙаланыу эшен үҙ ҡулдарына алыу өсөн көрәш башланы һәм еңеп сыҡты. Федераль хөкүмәт концессияһына сик ҡуйыу һәм урмандарға һаҡсылыраҡ мөнәсәбәт булдырыу булды был. Ул саҡта“комиссариадо”-коммунаның юғары идара итеү органы менән Ромуальдо етәкселек итә ине.
“Урманды төбө-тамыры менән юҡ итеүгә юл ҡуймайбыҙ, сөнки беҙҙә урманға мөнәсәбәт культураһы үҫешкән, йәғни, урманды һаҡлауҙы һәм файҙаланыуҙы беҙ контролдә тотабыҙ. Урман- беҙҙең байлығыбыҙ, ул беҙгә эш бирә.”
Икстлан общинаһы ҡулында- 19 мең гектарҙан ашыу ер. Шуның 7 меңе консервацияланған, 3400 гектары ҡаты планға нигеҙләнеп файҙаланыла. Бөтә ҡарарҙар ер биләүселәрҙең Генераль ассамблеяһында һәм “комиссариадо”ла хәл ителә. Ул иһә ағастарҙың дөрөҫ ваҡытта һәм дөрөҫ урында ҡырҡылыуын тикшереп тора:
“Урмандың  үҫеш фазаһы бар, билдәле ваҡытта ул бәлиғ була. Беҙ урманды ул бәлиғ булғас, ағастарҙың сифаты яҡшырғас ҡына ҡулланырға тырышабыҙ. Беҙ уны ҡырҡабыҙ, тик яңы үҫентеләр ҙә ултыртабыҙ.
Һәр йыл коммуна 20 мең кубометр урман әҙерләй, ә уға алмашҡа яңы үҫентеләр ултырта. Үҙенә күрә ябыҡ цикл барлыҡҡа килә.
Мәҫәлән, ошо ҡарағайҙар 5 йыл элек ултыртылғайны, 35 йылдан уларҙың бейеклеге 40 метр буласаҡ. Бына шул саҡта уларҙы бысырға ла була".
“Ҡарағыҙ әле, бына был беҙҙең регион. Беҙҙең бысылған ҡырҡынтыбыҙ- 50 метр, 150 метрын беҙ киләсәккә ҡалдырабыҙ. Киләһе 10 йылдан беҙ йәнә 50 метр бысасаҡбыҙ, артабанғы 50 метрҙы- 20 йылдан, артабанғы 50 метрҙы инде 30 йылдан. 40 йылдан беҙ беҙҙең тәүге участкабыҙ файҙаланыу өсөн  йәнә әҙер буласаҡ,”-тип аңлата үҫентеләр өсөн яуаплы Хулио Руис.
Икстлан ҡарағай питомнигында ғинуарҙан алып 400 мең үҫенте ултыртылған. Апарисио һәм тағы өс эшсе, регионда һау һәм сифатлы урмандар үҫтереү маҡсатында  ҡул менән 40 килограмм орлоҡ йыя.
Артабан беҙ, Икстлан тәжрибәһен таратыу буйынса ниндәй эштәр эшләнеүен белергә теләп, Мехикоға юл тоттоҡ.
2012 йылда Мексикала урмандарҙы һаҡлау буйынса закондар ҡабул ителде. Хәҙер ҡануниәт өҫтөндә эшләүселәр закондарҙы камиллаштырыу менән мәшғүл. Шулай итеп, Мексика- тәүгеләрҙән булып урмандарҙы һаҡлау хаҡында закон ҡабул иткән ил.
“Климаттың  үгәреүе тураһындағы закон әлегә ҡағыҙҙа ғына, әммә халыҡ-ара масштабта ул ҙур алға китеш, сөнки күпселек фирҡәләрҙе был законды раҫларға мәжбүр итеүе ҡыйын. Беҙ тәүге һөҙөмтәләрҙе күрәбеҙ ҙә инде. Ошо закон арҡаһында “Йәшел фонд”төҙөлдө, федераль хөкүмәт климаттың үҙгәреүе менән көрәшкә тәғәйенләнгән аҡсаларҙы шунда күсерә.” “Йәшел фонд”ҡа күсерелгән аҡсаларҙы кем, нисек ҡулланыуы әле аҙағынаса хәл ителмәгән. Оскар кеүек ауыл коммуналары етәкселәре фондтарҙың муниципаль кимәлдә генә файҙаланыуына риза түгел. Уларҙың фекеренсә, киләсәктә коммуналар ҙа уны ҡуллана алырға тейеш.
“Был закон әле раҫланмаған. Дәүләт ойошмаларынан беҙ әле булһа аҡса алмайбыҙ. Урмандарҙы оҙайлы рациональ файҙаланыу килем килтерә һәм беҙҙең Ассамблея уны нисек ҡулланыуҙы хәл итә. Килемдең күп өлөшө урмандарҙы тергеҙеүгә йүнәлтелә.”
2012 йылғы реформа урындағы общиналарға буласаҡ программанан файҙа күрергә мөмкинлек бирә, әммә үҙ маҡсаттарына улар әле булһа ирешә алмай.



Комментариев нет:

Отправить комментарий