вторник, 15 июля 2014 г.

Газа секторында һәләк булыусыларҙың иҫәбе 170-тән артты.


 Израиль әлегә ҡоро ер ғәскәрҙәрен эшкә ҡушманы, әммә һауанан һәм диңгеҙҙән һөжүм дауам итә. Хөкүмәт армияға 48 меңгә яҡын резервтағы һалдатты саҡырырға рөхсәт бирҙе. Шуларҙың 40 меңе мобилизацияланған да инде.

Израиль оборона министрлығында раҫлауҙарынса, секторҙы контролдә тотоусы ХАМАС хәрәкәте инфраструктураһы нөктәләре генә утҡа тотола, 1500 самаһы сәп зыян күргән.

Фәләстин яғы йәһүд дәүләте яғы властарын тыныс халыҡты үлтереүҙә ғәйепләй. Газа секторында аҙна буйы барған Израиль операцияһы барышында һәләк булған фәләстиндарҙың иҫәбе 170-тән артып китте, 1300-ө тән йәрәхәттәре алды.

Дүшәмбе көндөң икенсе яртыһында Газа секторынан йәһүд дәүләте территорияһына ракета һөжүме йышайҙы, ә һуңғы аҙнала фәләстин ҡораллы төркөмдәре боевиктары Израиль ҡалаларына 1000-дән ашыу ракета ебәрҙе. Шуларҙың 200-ө “Тимер көмбәҙ” һауа һөжүменән һаҡланыу системаһы тарафынан эләктереп алынды. Һәләк булыусылар юҡ, 16 кеше яраланған.

Өс йәһүд үҫмерен үлетереүселәрҙе эҙләп, Израиль Иордандың Көнбайыш ярында операция үткәрә башлағас, көс ҡулланыуҙар артты.


ХАМАС активистарын күпләп ҡулға алыуға яуап итеп, Израиль территорияһын ракетанан утҡа тота башланылар. Быға сик ҡуйыу өсөн, йәһүд  дәүләте Газа секторында хәрби операция башланы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий