вторник, 15 июля 2014 г.

КАР: Нобель премияһы лауреаты Надин Гордимер вафат булды.


Нобель премияһына КАР авторҙарынан тәүге лайыҡ булған яҙыусы һәм шағирә Надин Гордимер үҙенең Йоханнесбургтағы йортонда донъя ҡуйҙы. Уға 90 йәш ине.

Надин Гордимер инглиз телендә яҙҙы. “Иртәгә йәнә кил” хикәйәһен ул 15 йәшендә яҙа, ә “Джулай халҡы” романы менән бөтә донъяла билдәлелек яулай.

Гордимерҙың йәшлек йылдары КАР-ҙағы апаретеид осорона тура килә, һәм ул үҙенең әҫәрҙәрендә расизм менән көрәшкә саҡыра, бөтә кешеләрҙең дә тиң хоҡуҡлы булыуын яҡлай, тарҡаулыҡ, рухи түбәнлекте ҡаты тәнҡитләй. Уның “Юғалған буржуаз донъя” романы заманында КАР-ҙа тыйылғайны.

1964 йылда Гордимер журналист Энтони Сэмпсон менән дәүләткә хыянат итеүҙә ғәйепләнгән Нельсон Манделаға үҙенең данлыҡлы “Мин үлемгә әҙер” телмәрен әҙерләргә ярҙам итә.

Гордимер бер нисә тапҡыр Нобель премияһына тәҡдим ителә, уға ул 1991 йылда лайыҡ була.


 “Ялған көндәр” (1953), “Ситтәрҙең ере” (1958), “Тәбиғәт уйынсығы” (1987) һәм “Йорт ҡоралы” (1998)- яҙыусының киң билдәле әҫәрҙәре.

Комментариев нет:

Отправить комментарий