среда, 13 августа 2014 г.

Рәсәй үҙендә Украинаның 50 меңдән ашыу ҡасағын ҡабул итте.


МЧС самолетында Украинанан 100-ҙән ашыу кеше, шул иҫәптән 25 бала, Ульяновскиға килде. Аэропортта уларҙы медиктар, психологтар, социаль яҡлау хеҙмәткәрҙәре ҡаршы алды. Бөгөнгө көндә Ульяновск өлкәһендә Украинанан 2 мең самаһы ҡасаҡ йәшәй. Рәсәй Федерацияһының ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, Рәсәй территорияһында урынлаштырылған ҡасаҡтар һаны 51 меңдән ашып китте.
Донбасста иһә, сепаратистар контроле аҫтындағы Луганск һәм Донецкты яулап алыу планына ярашлы, Украина армияһының һөжүме дауам итә. Ҡала мэрияһы мәғлүмәттәре буйынса, үткән төндә Донецк ҡалаһы утҡа тотолған. Август башынан алып ҡамауҙа булған Луганскиҙа, Милли именлек һәм оборона советы хәбәр итеүенсә, инфекцион ауырыуҙар таралыу ҡурҡынысы бар. Көн элгәре Луганскиҙан ”йәшел коридор”буйынса 350 кеше эвакуацияланған.
Рәсәй Федерацияһының кеше хоҡуҡтары буйынса уполномоченныйы Элла Памфилова ҡасаҡтарға, Украинала юғалтҡан милектәрен ҡаплатыу буйынса дәғүә белдереп, Европа судына мөрәжәғәт итергә тәҡдим итте.



Комментариев нет:

Отправить комментарий