суббота, 16 августа 2014 г.

Көнсығыш Европа илдәре Рәсәйгә ҡаршы санкцияларҙы тәнҡитләй.


Евроберләшмәнең сит ил эштәре министрҙары Брюсселгә осрашыуға йыйылды. Улар Ирак, Газа секторы һәм Украиналағы көрсөк хаҡында һөйләшәсәк. Рәсәйгә ҡаршы яңы санкциялар индереү ҡаралмаясаҡ, әйтергә кәрәк, Көнсығыш Европа илдәренең ҡайһы бер етәкселәре был хәлде тәнҡитләп сыҡты.

Көн элгәре Евроберләшмәнең ауыл хужалығы министрҙары ЕС-тан Рәсәйгә аҙыҡ-түлек индереүҙе тыйыуы арҡаһында зыян күргән ферма хужаларына ярҙам саралары тураһында әңгәмәләште.

Венгрия премьер-министры Виктор Орбан Рәсәйгә ҡаршы санкциялар индереү Венгрияның милли мәнфәғәттәренә ҡаршы килеүе хаҡында белдерҙе:

Мин Фицо әфәнде менән риза: Көнбайыштың санкциялары һәм Рәсәйҙең яуап санкциялары Рәсәйҙән бигерәк беҙгә зыян һала. Сәйәсәттә был “үҙ аяғыңа үҙең атыу” тип атала.”


Унан алда Словакия премьер-министры Роберт Фицо ЕС-тың һәм Рәсәйҙең бер-береһенә ҡарата санкцияларын мәғәнәһеҙлек тип атағайны. Ул йәнә шуны билдәләне: Украинаның Рәсәй энергоресурстары транзитын тыйыуы Европа Берләшмәһенә зыян һалыр ине. Чехия президенты Милош Земан да шундай уҡ фекерҙә, ул санкцияларҙы илдәр араһындағы ышанысты ҡаҡшатыусы нәтижәһеҙ сара тип атаны.

Комментариев нет:

Отправить комментарий