вторник, 21 октября 2014 г.

Америка юстиция министрлығы аҡсаһына эсэсовецҡа һәйкәл.


АҠШ юстиция министрлығы нацистарға пособие һәм пенсиялар түләгән: APTN  агенствоһы журналистары оҙайлы тикшереүҙе тамамланы.

Якоб Денцингер — эсэс, Освенцим һаҡсыһы,- һуғыштан һуң, үткәнен йәшереп, бик күптәр шикелле АҠШ-ҡа ҡасҡан. Унда ул йәшәгән, эшләгән, һалымдар түләгән. 1979 йылда Америка юстиция министрлығының махсус комиссияһы элекке нацистарҙы тикшерә башлаған, биографияларын ентекләп өйрәнгән.
Әммә инде Америка паспортына эйә булған был әҙәмдәрҙе судҡа тарттырыу мәшәҡәтле һәм файҙаһыҙ эш булып сыҡҡан. Шуға күрә юстиция министрлығы шундай тәҡдим яһаған: улар Штаттарҙан китә, тик пособие һәм пенсиялары һаҡлана.

Шул рәүешле айына мең ярым доллар алған Денцингер тәүҙә Германияға юл тота, аҙаҡ тыуған Хорватияһында төпләнә.

Вашингтон, теоретик йәһәттән, элекке нацистарҙы АҠШ-тан ситтә фаш итерҙәр, тип өмөтләнә. APTN мәғлүмәттәре буйынса, был өмөттәр аҡланмай: гражданлыҡтан баш тартырға мәжбүр итһәләр ҙә, ҡайҙа ғына барһалар ҙа, улар тәү сиратта американлылар булып ҡала.

Бөгөнгө көн өсөн генә түгел, киләсәк өсөн дә был тишекте ябып ҡуйырға кәрәк,”-ти конгрессмен Кэролин Мэлоуни.

Америка журналистарының фекере буйынса, фашлауҙар бер нәмәне лә үҙгәртә алмаясаҡ: иҫән ҡалғандарҙың икәүһен генә таба алғандар. Уларҙың йәше йөҙгә етеп бара.


Хорватиялағы тыуған Чепинында Якоб Денцингер үҙенә һәйкәл дә эшләтеп ҡуйған инде.

Комментариев нет:

Отправить комментарий