суббота, 18 октября 2014 г.

Көньяҡ Корея. Фажиғәгә әйләнгән концерт.


Сеул ситендәге ҡасабалағы поп-концерт ваҡытында, вентиляция бүлеге конструкцияһы емерелеү һөҙөмтәһендә, 16 кеше һәләк булған һәм 11-е етди тән йәрәхәттәре алған. Йәштәр, сәхнәне яҡшыраҡ күреү өсөн, тимер рәшәткәгә баҫҡандар. Рәшәткә емерелгән һәм тамашасылар 10 метрлыҡ бейеклектән шахтаға ҡолаған. Медиктар зыян күреүселәрҙең ғүмере өсөн көрәшә.

Был Көньяҡ Кореялағы ярты йыл эсендәге тәүге фажиғә түгел. Апрелдә, борам һәләкәте арҡаһында, 300-ҙән ашыу кеше, күбеһенсә уҡыусы балалар һәләк булды. Көньяҡ Корея властары, пассажирҙар ташыу һәм күмәк сараларҙы ойоштороуҙа хәүеһеҙлек ҡағиҙәләре тейешенсә үтәлмәүе өсөн, даими тәнҡитләнә.





Комментариев нет:

Отправить комментарий