среда, 7 января 2015 г.

“Ваҡыт капсулаһы” 220 йыл элек булған ваҡиғалар хаҡында һөйләне.


Бостонда тантаналы шарттарҙа 220 йыл элек Массачусетс штаты закондар сығарыу йыйылышы бинаһы стенаһына көпләп ҡуйылған “ваҡыт капсулаһы”н астылар. Уны, бинаны төҙөгәндә, 1795 йылда АҠШ бойондороҡһоҙлоғо һуғышы геройҙары Пол Ревир һәм Сэмюэль Адамс һалып ҡалдырған.

4,5 килограмм тартҡан еҙ ҡумтала боронғо тәңкәләр, Джордж Вашингтон төшөрөлгән бронза миҙал, шул заман гәзиттәре һәм документтары, башҡа ҡомартҡылар бар.

Хәҙер беҙ барыһын да ентекләп теркәй, фотоға төшөрә, ҡомартҡылар яһалған материалдарҙы төрлө яҡлап анализлай, металл коррозияһын тикшерә алабыҙ,”-ти Бостондың Нәфис сәнғәт музейы белгесе Пэм Хэтчфилд.

Эксперттарҙың барыһын да тикшерергә, ә музейға килеүселәрҙең капсула эсендәге ҡомартҡыларҙы ҡарарға мөмкинлеге буласаҡ. Күргәҙмәнән һуң, ҡомартҡылар һалынған еҙ ҡумта кире урынына ҡуйыласаҡ. Әлеге заман предметтары ла өҫтәлеүе ихтимал.


Ваҡыт капсулаһы”н уҙған йылдың декабрендә һыу үткәргесте ремонтлау менән шөғөлләнгән эшселәр тапҡан. Баҡһаң,1855 йылда ҡумтаны алып ҡарап, киләһе быуындар өсөн йәнә стенаға көпләп ҡуйғандар икән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий