четверг, 22 января 2015 г.

Гаваналағы АҠШ һәм Куба һөйләшеүҙәре: мигранттарға ҡағылышлы тәүге фекер айырымлыҡтары.


АҠШ һәм Куба дипломаттарының Гаваналағы тарихи һөйләшеүҙәре тәүге ҡаршылыҡҡа килеп төртөлдө...Ул миграция мәсьәләләренә, айырым алғанда, АҠШ алып барған “ҡоро һәм еүеш аяҡтар” сәйәсәтенә ҡайтып ҡала: Азатлыҡ утрауын легаль булмаған юл менән ҡалдырып киткән һәм Америка ярҙарына барып етә алған кубалыларға АҠШ-та йәшәү хоҡуғы бирелә, әгәр Америка яр буйы һағы уларҙы диңгеҙҙә тотһа, тегеләргә ватанына кире ҡайтырға тура килә.

Куба сит ил эштәре министрлығындағы АҠШ менән мөнәсәбәттәр буйынса департамент башлығы Хосефина Видаль былай тип белдерҙе:

Ныҡышмалы рәүештә”ҡоро һәм еүеш аяҡтар” сәйәсәтен алып барыу һәм Кубаны регулирләү законы легаль булмаған иммиграция һәм кешеләрҙе законһыҙ ташыуға төп стимул булып тора.


Әлегә иһә АҠШ ошо сәйәсәткә таянып эш итә. Һөйләшеүҙәрҙең икенсе көнө ике ил араһындағы дипломатик мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыуға бағышланасаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий