пятница, 9 января 2015 г.

Мысыр журналистары Charlie Hebdo тураһында: беҙ ундайҙы баҫтырып сығармаҫ инек.


Ғәрәп илдәренең күп журналистары Парижда ҡораллы һөжүмгә дусар булған француз коллегаларына теләктәшлек белдерә. Мысыр баҫмалары хеҙмәткәрҙәре “Шарли Эбдо” редакцияһындағы терактты ғәйепләп сыҡты, әммә, Ҡаһирәләге “Евроньюс” хәбәрсеһенә әйтеүҙәренсә, француз аҙналығы биттәрендәге карикатураларҙы һис ҡасан баҫтырмаҫ инеләр.

Хәлит Хөсәйен, Мысыр журналисы:

Һөжүм беҙҙең асыуға тейҙе. Беҙ редакцияға һөжүм итеүселәргә ҡаршы сығабыҙ. Тик беҙ пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләм, ислам динен, шулай уҡ башҡа диндәрҙе һәм йәһүдтәрҙең Мусаһы, насараларҙың Ғайсаһы кеүек пәйғәмбәрҙәрҙе мыҫҡыл итеүгә ҡаршы.”

Мөхәммәт Әлджебәли, Мысыр журналисы:

Был һөжүм барыбыҙҙы ла шаҡ ҡатырҙы. Мөһим түгел: һөжүм ҡорбандары журналисмы, ябай кешеме, башҡа диндәрҙе тотоусылармы. Был теракт иң хурлыҡлы карикатураларға ҡарағанда ла ислам имиджына күберәк зыян килтерҙе.”

Француз коллегаларына теләктәшлек белдерһәләр ҙә, бер генә Мысыр баҫмаһы ла, Европа киң мәғлүмәт саралары һымаҡ, “Шарли Эбдо” карикатураһын үҙендә баҫтырып сығарманы.

Азатлыҡ- яҡшы нәмә,-ти Ҡаһирә журналистары,-ләкин дини халыҡтың хистәрен мыҫҡыл итеүгә берәүгә лә рөхсәт юҡ.”


Комментариев нет:

Отправить комментарий