воскресенье, 22 февраля 2015 г.

Британияла уҡыусы ҡыҙ балалар “исламистарға” ҡасҡан.


Кадиза Султана, Шамима Бегум һәм йәнә бер бала (ата-әсәһе уның исемен телгә алыуҙы теләмәй). Барыһына ла 15-16 йәш. Өсөһө лә Сүриәгә “исламистарға” ҡасҡан.

Лондондоң Гэтвик аэропортының видеокүҙәтеү камераһында улар Стамбулға осор алдынан күренеп ҡалған. Уларҙы Төркиә территорияһынан күрше Сүриәгә юл тоторға ниәтләй, тип фараз итәләр.

Ата-әсәләре һуңғы тапҡыр ҡыҙҙарҙы уҙған шишәмбелә күргән. Балалары уларҙы һуң ҡайтасаҡтары хаҡында иҫкәрткән.

Ричард Уолтон, Лондон полицияһының терроризмға ҡаршы подразделение башлығы:

Беҙ был ҡасыуҙың сәбәбен белмәйбеҙ. Йыһатсылар менән нисек бәйләнеш булдырыуҙарын да белмәйбеҙ, бәлки, социаль селтәр ашалыр, бәлки, башҡа төрлө...Әммә беҙ “Ислам дәүләте” төркөмөнөң ҡатын-ҡыҙҙар менән нисек мөғәмәлә иткәнен белмәбеҙ, бик ҡурҡыныс хәл. Сүриәлә улар үҙҙәрен имен тоя алмаясаҡ. Әгәр һаман Стамбулда булһалар, ул балаларҙы ҡотҡарырға, өйҙәренә ҡайтарырға мөмкинлек бар тигән һүҙ әле.”

Британия полицияһы социаль селтәр аша ҡыҙҙарҙы кире өйҙәренә ҡайтырға саҡырҙы һәм “исламистар” контроле аҫтындағы территорияла уларҙы нәмә көтөүен аңлатырға тырышты. Төрөк полицияһына ла уларҙың ориентировкалары ебәрелде, бәлки, улар ҡасҡындарҙы сик буйына еткәнсе туҡтата алыр.



Комментариев нет:

Отправить комментарий