воскресенье, 22 марта 2015 г.

Слупск: мэрия хеҙмәткәре- велосипедҡа!


Польшаның Слупск ҡалаһы мэрияһы хеҙмәткәрҙәре машиналарҙан велосипедтарға күсеп ултыра башланы. Ҡала башлығы үҙ ҡулы аҫтындағыларға өлөгө күрһәтә. Сәбәбе- һаулыҡты һаҡлау һәм экологияны ҡайғыртыу ғына түгел, тығындарҙа тороуға киткән ваҡытты ла экономиялау- чиновниктарға төрлө мәсьәләләр буйынса ҡала буйлап күп йөрөргә тура килә бит.

 Велосипед етештереүселәр, мэрияға тиҫтә ярым велосипед бүләк итеп, шәп реклама яһау мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырманы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий