вторник, 19 мая 2015 г.

Ҡатынды судһыҙ язалап үлтерергә ҡамасауламаған афған полицейскийҙары хөкөм ителгән.


Афғанстанда судһыҙ язалап үлтереүгә ҡамасауламаған 11 полицейский 1 йылға хөкөм ителгән. Бынан алда язалаусыларҙың дүртәүһенә үлем язаһы бирергә ҡарар ителгән, йәнә һигеҙ кеше 16 йылға төрмәгә ултыртылған.

Мартта Кабулда йәшәүсе 27 йәшлек Фархунда уларҙың ҡорбанына әйләнгән. Шаһиттар һөйләүенсә, ҡатын, исламға ҡаршы килә тип, бетеүҙәр менән сауҙа иткән урындағы мулла менән бәхәскә ингән. Яуап итеп мулла уны Ҡөрьән биттәрен яндырыуҙа ғәйепләй, бынан һуң шашҡан әҙәмдәр ҡатынды афған баш ҡалаһы үҙәгендәге мәсет алдында туҡмап үлтерә. Аҙаҡ асыҡланыуынса, ғәйепләү ялған булып сыға.

Үлтереш илдәге халыҡтың асыуын ҡабартты. Кабулда меңдәрсә кеше, ғәҙел тикшереү үткәреүҙе талап итеп, ҡаршылыҡ акцияһына сыҡты.






Комментариев нет:

Отправить комментарий