воскресенье, 17 мая 2015 г.

Көньяҡ-көнсығыш илдәр властары Мьянма ҡасаҡтарын ҡабул итеүҙән баш тарта.


Йома көн меңдәрсә легаль булмаған мигрант Индонезия һәм Таиланд ярҙарына килеп төштө. Уларҙың күбеһе Мьянманан, мосолман-рохинджалар. Әйтеүҙәренсә, улар илдең буддист етәкслеге эҙәрлекләүҙәренән ҡаса.

Миграция буйынса халыҡ-ара агенство раҫлауынса, Мьянманан шыплап тултырылған кәмәләрҙә ауыр шарттарҙа 8 мең самаһы кеше ҡаса алған.

-Беҙҙең президент буддист, ул мосолмандарҙы яратмай, беҙҙе 20, 30, 40 йылға төрмәгә ултыртасағы хаҡында әйтте,-ти ҡасаҡтарҙың береһе.

Таиланд- Индонезия, Малайзиялағы диндәштәренә ынтылған мосолман ҡасаҡтары өсөн туҡталып китеү урыны ғына, тик был илдәр легаль булмаған мигранттарҙы ҡабул итергә әҙер түгел.

Таиландта меңдәрсә сит-яттарҙы ҡабул итергә әҙер булмауҙары хаҡында асыҡтан-асыҡ әйтәләр һәм ҡасаҡтарҙы ил өсөн көс еткеһеҙ ауыр йөк тип баралар.

-Беҙ уларҙы өсөнсө берәй илгә оҙата алабыҙмы? Кем уларҙы ҡабул итергә әҙер? Берәү ҙә әҙер түгел. Гуманитар принциптарҙан сығып эш итһәк, уларға ҡалырға рөхсәт итергә тейешбеҙ. Ә Таиланд өҫтөнә һалынған ауыр йөктө күҙ уңында тотһаҡ, был инде икенсе эш,-ти Таиланд премьер-министры.

Илгә законһыҙ рәүештә үтеп ингән өсөн, Таиланд властары тарафынан бер нисә тиҫтә кеше адресына ғәйепләү белдерелде, уларҙы экстрадицияға әҙерләйҙәр.

БМО Генераль секретарын да Көньяҡ-көнсығыш Азия ҡасаҡтары проблемаһы борсой. Ул регион илдәре властарын диңгеҙҙә ҡотҡарыу бурысын теүәл үтәргә һәм ҡасаҡтарҙы көсләп кире ҡайтарыуҙы тыйыусы законға ярашлы эш итергә саҡырҙы.






Комментариев нет:

Отправить комментарий