пятница, 31 июля 2015 г.

Мьянмала ҙур амнистия.


Мьянмала масштаблы амнистия сиктәрендә, 13 сәйәси тотҡондо һәм уҙған аҙнала законһыҙ рәүештә урман йыҡҡан өсөн хөкөм ителгән 155 Ҡытай гражданын да индереп, 7 мең кеше азат ителде.

Күҙәтеүселәр билдәләүенсә, Мьянма властары амнистия хаҡындағы ҡарарҙы күрше Ҡытай менән мөнәсәбәттәрҙе нормалләштереү маҡсатында сығарған.

Хоҡуҡ һаҡлаусылар мәғлүмәттәре буйынса, Мьянма төрмәләрендә 136 сәйәси тотҡан ултыра, йәнә 448 кеше суд ҡарарын көтә.

Иреккә сыҡҡан урындағы активистар һөйләй:

Срогымды тултырырға бер ай ғына ҡалғайны. Был яһалма амнистия.

Хөкүмәт амнистияны яҡшы ниәттән сығып иғлан иткәндер тип уйламайым. Төрмәлә, студенттарҙы ла индереп, улар сығарырға теләмәгән кешеләр ултыра, уларға суд процесы аша үтергә тура киләсәк. Әгәр уларҙың ниәттәре яҡшы икән, бөтә сәйәси тотҡондарҙы ла азат итеү зарур.

Ҡытай граждандары Мьянма төньяғында ғинуарҙағы рейд ваҡытында ҡулға алынған. Бәлиғ булмаған ике үҫмерҙән башҡалары барыһы ла ғүмерлеккә төрмәгә ултыртылған. Ҡытай илселеге, артыҡ ҡаты булыуына баҫым яһап, суд ҡарарына ризаһыҙлығын белдергәйне.


Комментариев нет:

Отправить комментарий