воскресенье, 9 августа 2015 г.

Нагасакиҙа пацифистик Конституцияны ҡайтанан ҡарауға ҡаршы акция уҙҙы.


Нагасакиҙың бер нисә йөҙ кешеһе, шул иҫәптән атом бомбаһы ҡорбандарының яҡындары, премьер-министрҙың Япония Конституцияһының пацифистик характерын үҙгәртергә ниәтләүенә ҡаршы булыуҙарын белдерер өсөн, йәкшәмбе көн урамдарға сыҡты.

Илдең төп законы 1947 йылдың 3 майында үҙ көсөнә ингәйне. Уның 9-сы статьяһында Япония халыҡ-ара конфликттарҙы хәл итеүҙә һуғыштарҙан һәм үҙ армияһынан баш тарта.

Конституцияның 9-сы статьяһы ғәмәлдән сығарылһа, Япония йәнә һуғыша башлаясаҡ һәм ғәйепһеҙ кешеләргә ҡарата агрессив сәйәсәт алып барасаҡ. Беҙ быға юл ҡуйырға тейкш түгел!”-ти манифестацияла ҡатнашыусы ҡатын.

Барыһы ла белә: һуғыштан һуң Японияның пацифизмды һайлауы дөрөҫ ҡарар ине,-тип өҫтәй Токио университеты профессоры Мэйдзи,-бөгөн мин Нагасакиға шуға ныҡлы инанып килдем”.

Премьер Синдзо Абэның яҡын аралағы төп маҡсаты- төп законға үҙгәрештәр индереү өсөн, ике палата депутаттарының да өстән ике өлөшө тауыштарын биреүҙе талап иткән Конституцияның 96-сы статьяһына төҙәтмә индереү. Күҙәтеүселәр билдәләүенсә, ул саҡта 9-сы “тыныслыҡ” статьяһын ҡайтанан ҡарауға тауыштарҙың ябай күпселеге генә кәрәк буласаҡ.






Комментариев нет:

Отправить комментарий