вторник, 8 сентября 2015 г.

ЕС ферма хужаларына ярҙамға 500 миллион евро бүләсәк.


Дүшәмбе көн Евроберләшмә Советы Еврокомиссияның Рәсәй менән үҙ-ара санкцияларҙан зыян күргән аграр секторға кисекмәҫтән 500 миллион евро күләмендә ярҙам бүлеү тураһындағы тәҡдимен хупланы. Киләһе аҙнала уҡ аҡсалар ЕС илдәре хөкүмәттәренә ебәреләсәк һәм артабан етештереүселәргә таратыласаҡ, тип көтөлә.

Еврокомиссияның бөгөнгө тәҡдиме- килеп тыуған хәлгә етеҙ, аныҡ ярҙам,-тине мәшғүллек, иҡтисади үҫеш һәм конкуренцияға һәләтлек буйынса ЕС комиссары Юрки Катайнен. -500 миллион евро – реаль аҡсалар, ферма хужалары улар ярҙамында беҙҙе тотороҡло рәүештә аҙыҡ-түлек менән тәьмин итәсәк, ә беҙ ашарға яратабыҙ.”

Брюсселдә ЕС-тың ауыл хужалығы министрҙары осрашыуы бөтә Евроберләшмәнән йыйылған меңдәрсә ферма хужаһының манифестацияһы фонында үтте. Рәсәй баҙарына юлды япҡан Европа сәйәсмәндәренә асыуланып, аграрийҙар покрышкалар яндырҙы һәм полицейскийҙар өҫтөнә һалам ырғытты.


Комментариев нет:

Отправить комментарий