четверг, 15 октября 2015 г.

АҠШ Афғанстанда ҡала.


Ҡушма Штаттар президенты Афғанстандан ғәскәрҙәрҙе сығарыуҙы кисектереп торорға ниәтләй. Киләһе йыл унда 10 мең самаһы хәрби хеҙмәткәр буласаҡ, ә 2017 йылда- 5,5 мең. Ғәскәрҙәрҙе сығарыу мәсьәләһе хаҡында афған лидерҙары һәм ялан командирҙары менән бер нисә ай буйы һөйләшеүҙәр барҙы. Обама, контингенттың яртыһы ватанына ҡайтасаҡ, тип вәғәҙә биргәйне. Әммә талиптарҙың күптән түгел Ҡондоҙға һөжүм яһауы президенттың ҡарарын үҙгәртергә мәжбүр иткән күрәһең.

13 йылға һуҙылған американлылар етәкселек иткән коалицияның хәрби операциялары үткән йыл туҡтатылды. Хәҙер Америка хәрбиҙәре афған хәрби хеҙмәткәрҙәрен өйрәтеү менән шөғөлләнә, урындағы именлек көстәрен әҙерләй һәм советник ролен үтәй.





Комментариев нет:

Отправить комментарий