пятница, 16 октября 2015 г.

Ҡасаҡтар ағымын туҡтатыу өсөн, ЕС Төркиәгә аҡса бүләсәк.


Мигранттар ағымын туҡтатыу өсөн, ЕС Анкараға ҙур ғына ярҙам бүлергә әҙер. Кесаҙна Брюсселдә үткән ЕС саммитында ошо хаҡта һүҙ барҙы. Ярҙамдың теүәл суммаһы яҡын арала билдәле буласаҡ, саммитта 3 миллиард евро хаҡында һүҙ булды.

Бөгөн ЕС ил-ағзалары индерә алған өлөш хаҡында һөйләштек, әммә беҙгә аныҡ эш планы булдырыу талап ителә,-тип әйтеп үтте Германия канцлеры Ангела Меркель.-Уртаҡ фекеребеҙ шундай: беҙҙең илдәргә аҡса бүлгәнсе, мигранттарҙы үҙ иленә яҡын ерҙә урынлаштырыу яҡшыраҡ. Әңгәмәбеҙ файҙалы үтте тиергә була.”

Анкара аҡсанан тыш Евроберләшмәнән виза режимын ябайлаштырыуҙы көтә һәм артабан Төркиәне Шенген зонаһына индереүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Евроньюс корреспонденты Брюсселдән хәбәр итә:

Киләһе йылдарҙа Төркиә һәм Евроберләшмә мөнәсәбәттәре миграция көрсөгөнә бәйле буласаҡ. Был йүнәлештәге киләһе аҙымды Германия канцлеры Ангела Меркель яһаясаҡ- йәкшәмбе ул Анкараға юллана.”


Комментариев нет:

Отправить комментарий