пятница, 11 декабря 2015 г.

Канадаға Сүриә ҡасаҡтарын хәрби-транспорт самолеттарында килтерәләр.


Канада Хәрби Һауа көстәре самолеты кесаҙна кис Торонтоға 416 сүриәлене алып килде. Икенсе борт шәмбе көн Монреалгә килеп төшәсәк. Сүриә ҡасаҡтарына яңы йорт табырға ярҙам итеү өсөн, Канада хәрби-транспорт авиацияһын эшкә екте.

Хөкүмәт планы буйынса, декабрь аҙағына ҡәҙәр илгә күсенергә мәжбүр булған 10 мең сүриәле киләсәк. Ғинуар-февралдә- йәнә 15 мең. Канада халҡы хәйриә фондтары аша тағы 10 мең Сүриә ҡасағының күсенеүен финансланы.

Канада Хәрби Һауа көстәре ҡасаҡтарҙы Ливан һәм Иорданиянан ташый- унда ҡасаҡтарҙы ҡабул итеү һәм теркәү үҙәктәре асылған. Тулы ғаиләләргә һәм балалы ҡатындарға өҫтөнлөк бирелә. Именлекте күҙ уңында тотоп, Канада властары яңғыҙ йәш ир-атҡа һыйыныу урыны бирмәҫкә тырыша.

Һыйыныу урыны биреү хаҡында ғариза ҡабул итеүсе хеҙмәткәрҙәрҙең төп бурысы- ғаризнамә яҙыусыларҙың шәхесен һәм уларҙың инабатлы булыуын асыҡлау.


Комментариев нет:

Отправить комментарий