пятница, 8 января 2016 г.

Польша: президент киң мәғлүмәт саралары хаҡындағы закон төҙәтмәләрен раҫланы.


Польша президенты Анджей Дуда илдә ризаһыҙлыҡ тыуҙырған һәм Еврокомиссия иғтибарын йәлеп иткән телевидение һәм радиотапшырыуҙар хаҡындағы закон төҙәтмәләрен раҫланы. Йәмәғәт киң мәғлүмәт саралары етәкселәрен эштән бушатыуҙан тыш, үҙгәрештәр идаралыҡ һәм контроль советтары һанын кәметеүҙе, шулай уҡ йәмәғәт киң мәғлүмәт өлкәһендә яңы етәксе орган вәкилдәрен тәғәйенләүҙе казначейство министрына тапшырыуҙы күҙ уңында тота.

13 ғинуарҙа Еврокомиссия Польшалағы киң мәғлүмәт саралары азатлығы проблемаһын һәм республиканың хоҡуҡи дәүләт булараҡ хәлен ҡараясаҡ. Еврокомиссия башлығы Жан-Клод Юнкер былай тип белдерҙе:

Польша хөкүмәте үҙ фекерен әйтер, беҙ үҙ позициябыҙҙы аңлатырбыҙ, тип уйлайым. Хәлде ҡырҡыулаштырмайыҡ. Был мөһим мәсьәлә, тик беҙҙең Польша менән мөнәсәбәттәребеҙ дуҫтарса булып ҡалырға тейеш. Беҙҙең позиция конструктив: беҙ Польшаға яза бирергә йыйынмайбыҙ.”

Киң мәғлүмәт саралары хаҡындағы закон төҙәтмәләрен һуңғы парламент һайлауҙарында власҡа килгән Ярослав Качиньскийҙың “Закон һәм ғәҙеллек” фирҡәһе тәҡдим итте. Декабрь аҙағында Польша президенты ғауғалы билдәлелек яулаған Конституция трибуналы хаҡындағы закон төҙәтмәләрен раҫлап ҡул ҡуйҙы. Уны ла Качиньский фирҡәһе үткәрҙе. Оппозиция һәм уның яҡлылар, Польшала демократияны яҡлап, ҡаршылыҡ акциялары үткәрҙе. Яңы властың эшмәкәрлегенә ҡаршы манифестациялар Варшавала һәм башҡа ҡалаларҙа уҙҙы.









Комментариев нет:

Отправить комментарий