вторник, 23 февраля 2016 г.

Израилдә Треблинканың иҫән ҡалған һуңғы тотҡоно менән хушлаштылар.


Израиль Самуэль Вилленберг- нацистарҙың Треблинка үлем лагерында иҫән ҡалған бер нисә тиҫтә кешенең һуңғыһы менән хушлашты. Вилленберг 94-се йәшендә уҙған йомала вафат булды. Уның менән хушлашыу тантанаһына йөҙҙәрсә кеше килде, улар араһында Израиль президенты Реувен Ривлин да бар ине.

Самуэль Вилленберг сығышы менән Польшаның Ченстохов ҡалаһынан, Треблинкаға 6 мең кеше менән бергә эләгә. Уны Треблинка-1 “хеҙмәт лагеры”на билдәләйҙәр, шуға күрә генә ул кисекмәҫтән үлемгә дусар булыуҙан ҡотолоп ҡала.

1943 йылда Самуэль Вилленберг баш күтәреүҙә ҡатнаша һәм, һаҡсылар атып үлтергән әҙәм кәүҙәләре өҫтөнән үрмәләп, ҡойма аша лагерҙан ҡаса. Ул Варшаваға барып етә һәм Ҡаршылыҡ хәрәкәтенә ҡушыла. Һуғыштан һуң Израилгә күсә, 1980 йылдар аҙағында иҫтәлектәрен баҫтырып сығара. 2013 йылда ул Треблинкала баш күтәреүҙең 70 йыллығына арналған тантанала ҡатнаша.


Комментариев нет:

Отправить комментарий