суббота, 12 марта 2016 г.

”Фукусима-1”, 5 йыл үткәндән һуң: япон фермеры, хайуандарҙы йәлләп, радиация зонаһында тороп ҡала.


Япония йома көн ер тетрәү һәм диңгеҙ ҡойоно ҡорбандарын хөрмәтләп иҫкә алды. Бөтә ил буйынса матәм тантаналары уҙҙы. Баш ҡала Токиола тантанала император ғаиләһе, хөкүмәт ағзалары, парламент депутаттары, һәләк булғандарҙың ғиләләре һәм яҡындары ҡатнашты.

Утрауҙарҙан торған дәүләткә, ғәләмәт ҙур тулҡындар ябырылып, “Фукусима-1” атом электр станцияһында һәләкәт тыуҙырғандан һуң, теүәл 5 йыл үтте. Стихия 20 мең кешенең ғүмерен өҙҙө, йәнә 2,5 меңе хәбәрһеҙ юғалғандар иҫәбендә. Премьер-министр Синдзо Абэ фажиғә ҡорбандарын бер минут тын тороп иҫкә алырға саҡырҙы.

Зарарланыу хәүефе арҡаһында, 20 километр радиустағы зонанан бөтә халыҡты эвакуцияланылар. Әммә ферма хужаһы Наото Мацумура ташланған хайуандарҙы ҡарау өсөн тороп ҡала.

Мин бында саҡта, улар ас булмаясаҡ,-ти ул.-Тәүҙә был турала уйламаным. 5 йыл буйы бының менән шөғөлләнергә йыйынманым. Тик улар бит иҫән. Уларҙы бер тапҡыр ашатып ташлап китеп булмай.”

Томиока ҡаласығы “Фукусимы-1” станцияһынан 9,5 километр алыҫлыҡта ята. Элек бында 16 мең кеше йәшәгән. Хәҙер бында Наотонан башҡа бер кем дә юҡ.

Радиацияның бында көслө түгеллеге хаҡында әйттеләр. Хәүеҫләнмәҫкә саҡырҙылар. Бер-бер хәл була ҡалһа, әлбиттә, берәү ҙә уның радиация менән бәйле булыуын танымаясаҡ. Хөкүмәт яуаплылыҡтан ҡаса. Территорияны таҙартып, хәстәханалар, ҡунаҡханалар төҙөгәс, барыһын да эшләнек тип иҫәпләйҙәр, ә ҡалғаны инде кире ҡайтырға теләмәгән кешеләрҙең проблемаһы, тип уйлайҙар.”

Һәләкәттән һуң, Наото Мацумура ла китә, тик тороп ҡалған хайуандар өсөн борсолоп, кире ҡайта. Гуманлылыҡтан сығып, властар тороп ҡалған барса хайуанды юҡ итергә йыйынғас, Наото уларҙы ҡарарға теләк белдерә.



Комментариев нет:

Отправить комментарий