четверг, 30 июня 2016 г.

Рәсәй һәм Төркиә мөнәсәбәттәрҙе яйға һала.


Рәсәй һәм Төркиә Рәсәй пилоты һәләкәтенән һуң киҫкенләшкән ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе яйға һалырға ҡарар итте. Терроризм менән көрәш хеҙмәттәшлеге лә тергеҙелә. Ике ил лидеры шаршамбы көн был мәсьәләләр хаҡында телефон аша һөйләште, шулай уҡ сентябрҙә Ҡытайҙа үтәсәк G-20 саммиты сиктәрендә осрашырға килеште.

Белдереүендә президент Владимир Путин әйтеп үтеүенсә, Төркиә менән бәйләнештәрҙе тергеҙеү ҡарары Стамбул аэропортындағы фажиғә менән тап килде, унда көн элгәре теракт ваҡытында 40-тан ашыу кеше һәләк булғайны.

Беҙҙең ике яҡлы мөнәсәббәттәр хаҡындағы һүҙҙе туризмдан башларға теләйем,-тине Рәсәй лидеры.-Ул террористик элементтарҙың активлашҡан мәлендә яңғыраһа ла, беҙ был өлкәләге административ сикләүҙәрҙе алабыҙ, һәм мин Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенән Төркиә менән сауҙа-иҡтисад бәйләнештәрен яйға һалыу процесын башлауҙы һорайым.”

Сүриәлә “Ислам дәүләте”нә ҡаршы операцияла ҡатнашҡан Рәсәй Хәрби көстәренең СУ-24 истребителе Төркиә сигендә 2015 йылдың ноябрендә бәреп төшөрөлдө, пилоты ерҙә төшкәс һәләк булды. 7 айҙан һуң Төркиә пилот ғаиләһенең ҡайғыһын уртаҡлашты. Үткән йыл бәреп төшөрөлгән самолет өсөн Рәсәй Төркиәгә санкциялар индерҙе, ә был иһә төрөктәрҙең туриндустрияһына ҙур зыян һалды. Санкцияларға дусар булмаған берҙән-бер өлкә - Рәсәйҙәге төҙөлөш подрядтары. Төрөк аҙыҡ-түлек импорты ла тыйылғайны; хәҙер магазин кәштәләрендә йәнә Төркиә йәшелсәләре һәм емеш-еләктәре пәйҙә буласаҡ.


Комментариев нет:

Отправить комментарий