воскресенье, 31 июля 2016 г.

Алеппола гуманитар коридорҙар асылды.


Асыҡ гуманитар коридорҙар аша Алеппоның көнсығыш өлөшөндә ҡамалып ҡалған тиҫтәләрсә ғаилә ҡаланан сыға башланы. Сәләх-әд-Дин кварталындағы коридор аша ҡорал һалған боевиктар ҙа сыҡты.

Оҙайлы ҡораллы алыш ваҡытында Алеппо халҡының күп өлөшө ҡаланың көнбайыш өлөшөнә күскән. Көнсығыш яғында, төрлө мәғлүмәттәр буйынса, 250 мең самаһы кеше йәшәүе ихтимал.

Алеппоның көнсығыш өлөшөн ҡалдырып киткән кешеләр һөйләй:

Беҙ иҫән ҡалған балаларҙы алып сыҡтыҡ. Аллаһ боевиктарға яза бирһен. Улар беҙгә китергә рөхсәт тә бирмәне, газ, һыу, электр уты һәм икмәктән дә мәхрүм итте. Беҙ ҡаланан ҡурҡҡан хайуандар кеүек ҡасабыҙ. Улар беҙҙе күреп ҡалып үлтерер тип ҡурҡтыҡ.”

Кешелеген юғалтҡан, оят тигән нәмәне белмәгән был әҙәмдәр арҡаһында, беҙ күп ыҙа сиктек. Улар беҙгә лә, балаларыбыҙға ла ғәҙел булманы. Сүриә армияһы ҡурсалауы арҡаһында ғына китә алдыҡ.”

27 июлдә хөкүмәт ғәскәрҙәре Алеппоның көнсығыш өлөшөндәге 20 формированиеның бер нисә мең боевигын ҡамап алды. Икенсе көндө Мәскәү һәм Дамаск масштаблы гуманитар операция иғлан итте һәм өс гуманитар коридор барлыҡҡа килде, йәнә 4 гуманитар коридор булдырырға йыйыналар.


Комментариев нет:

Отправить комментарий