понедельник, 8 августа 2016 г.

Рәсәйҙең Паралимпиада комитеты: Паралимпиаданан ғәйепһеҙ спортсыларҙы ситләтеү - кеше хоҡуҡтарын боҙоу ул.


Рәсәй йыйылма командаһы, судтың ыңғай ҡарар ҡабул итеүенә өмөтләнеп, Бразилиялағы Паралимпиадаға әҙерлекте дауам итә - Рәсәйҙең Паралимпия комитеты президенты Владимир Лукин был турала матбуғат конференцияһында хәбәр итте:

Тәүҙә бер ниндәй ҙә ғәйебе булмаған Паралимпияның 270 спортсыһына яза бирәләр, уларҙың яҙмышын емерәләр. Аҙаҡ ҡына ғәйептәре булыу-булмауын тикшерәләр. Был ғәжәп хәл мине бик аптыратты.”

Лукин Паралимпиаданан ғәйепһеҙ спортсыларҙы ситләтеүҙең кеше хоҡуҡтарын боҙоу булыуы хаҡында ла әйтте.

Мәскәүҙә йәшәүсе ханым бына нимә ти:

Был хәлдең килеп тыуыуы һәммәһенә лә мәғлүм: был – сәйәсәт. Тормошобоҙҙоң башҡа яҡтарын - мәғәниәтте, спортты ла сәйәсәткә бәйләү- мәғәнәһеҙлек. Тик нимә эшләргә? Бер хәл дә итеп булмай. Моғайын, берҙән-бер юл - Олимпиадаға бойкот иғлан итеүҙер. Ул, бәлки, бик дөрөҫ тә түгелдер - әммә минең фекерем шундай.”

Элегерәк Халыҡ-ара Паралимпия комитеты башлығы Филипп Крэйвен ҡарарҙың Ричард Макларендың Рәсәйҙә допингтың дәүләт кимәлендә яҡланыуы хаҡындағы докладына нигеҙләнеп ҡабул итеүе тураһында белдергәйне. Владимир Лукин әйтеүенсә, докладта Рәсәйҙең Паралимия комитетына ҡарата ғәйепләүҙәр юҡ, Рәсәй Паралимия комитеты был системаға насар ҡаршы торған ғына тиелә.





Комментариев нет:

Отправить комментарий