Төркиә парламентында бәлиғ булмағандар менән енси
бәйләнешкә ингәндәре өсөн ҡайһы бер осраҡта хөкөмдән азат итеү хаҡындағы закон
проекты ҡаралыр алдынан төрлө ҡалаларҙа ҡаршылыҡ акциялары үтә.
Документта
әйтелгәнсә, һүҙ никах менән тамамланған, “көсләү булмаған бәйләнеш” тураһында
бара. Тәнҡитселәр власты педофилияны легалләштерергә маташыуҙа ғәйепләй.
“Беҙ парламентҡа был закон проектын ҡабул итергә
мөмкинлек бирмәйәсәкбеҙ,-тип асыулана манифестацияла ҡатнашҡан ҡатын.-Беҙ
балаларыбыҙҙы яҡлаясаҡбыҙ, бәлә килгәндә, беҙ уларҙы ташламаясаҡбыҙ.”
Документты әҙерләгән идара итеүсе “Ғәҙеллек һәм үҫеш
фирҡәһе” ағзалары бының ноябрь уртаһына ҡәҙәр булған һәм бәлиғ булмағандарға
ҡарата көс ҡулланмаған 3 мең самаһы кешегә ҡағылған бер тапҡыр атҡарылған сара
булыуына ышандырырға тырыша. Властар, оппозицияның тәнҡитенә яуап итеп, закон
проектына төҙәтмәләр индереү буйынса тәҡдимдәрҙе ҡарарға әҙер булыуын белдерҙе.
Комментариев нет:
Отправить комментарий