пятница, 2 декабря 2016 г.

БМО Гаити халҡынан ваба йоҡтороуы өсөн ғәфү үтенде.


 “БМО Гаитиҙағы ваба киҙеүе арҡаһында халыҡтың үлеүе һәм ыҙа сигеүенә ҙур үкенес белдерә,”-тине мандаты декабрь аҙағында тамамланасаҡ БМО генераль секретары Пан Ги Мун. Ул 2010 йылда тыныслыҡ һаҡсыларының утрауҙа ауырыуҙы таратыуға ҡыҫылышы булыуы өсөн ғәфү үтенде.

Алты йыл элек Гаитиҙың 700 000 самаһы кешеһе ваба ауырыуын йоҡторған, ә уның ҡорбандары иһә - 8.400 кеше.

Тәфтиш эше шуны асыҡлаған: ваба киҙеүе таралыуға эсәр һыу системаһына БМО тыныслыҡ һаҡсылары базаһынан аҡҡан бысраҡ һыу ҡушылыуы сәбәпсе булған.



Комментариев нет:

Отправить комментарий