пятница, 9 декабря 2016 г.

Марин Ле Пен: “Легаль булмаған мигранттарҙың балаларына бушлай белем биреүҙе туҡтатырға кәрәк.”


 Францияла урта белем биреү элеккесә бушлай булырға тейеш, әммә…легаль булмаған мигрант балалары өсөн түгел – үтә уң Милли фронт башлығы Марин Ле Пен шул хаҡта белдерҙе. Президент креслоһына дәғүә итеүсе Ле Пен, белем өсөн түләргә кәрәк, тип иҫәпләй.

Сәйәсмән, айырым алғанда, былай тип белдерҙе:

 “Минеңсә, ата-әсәһенең документтары булмаған балаларға бушлай һәм мотлаҡи белем биреү – мигранттарҙы тартып тороусы саң һурҙырғыс. Быға сик ҡуйырға кәрәк, дәүләт хеҙмәттәре һәм социаль страховкалар менән тәьмин итерҙән алда беҙҙең илдә эшләргә йыйынған сит ил кешеләре бер аҙ көтөргә тейеш.”

Ле Пен тәҡдиме бәхәстәр тыуҙырҙы. Мәғариф министры Наджат Валло-Бельҡасем “Твиттер”ҙағы битенә былай тип яҙып ҡуйған:

 “Сит ил балаларына белем биреүҙе туҡтатырға ? Марин Ле Пен Француз Республикаһының намыҫына тап төшөрә.”

Министр шуны һыҙыҡ өҫтөнә алды: Ле Пен республика ҡиммәттәре хаҡында хәбәрҙар түгел күрәһең. Францияла Ферри законы бар. Ул XIX быуат аҙағында ҡабул ителгән һәм ғәмәлдән сығарылмаған. Закон, легаль булмаған ата-әсәләрҙең балаларын да индереп, бөтә балаларға ла мотлаҡи һәм бушлай белем биреүҙе күҙ уңында тота.


Комментариев нет:

Отправить комментарий