воскресенье, 23 апреля 2017 г.

Мәрхүмдәр өсөн доға-истиғфар


     Үлеп киткән ата-әсәйҙәребеҙ өсөн доғалар ҡылып торорға кәрәк. Ҡәбергә төшөп ятҡас, уларға башҡа нәмә кәрәкмәҫ. Доға-истиғфарҙар уларға ирешеп, еңеллек килтерә. Быға пәйғәмбәребеҙҙән (ғ.с.) килгән хәҙис дәлил:  
عَن أنس مَرْفُوعا أمتِي أمة مَرْحُومَة تدخل قبورها بذنوبها وَتخرج من قبورها لَا ذنُوب عَلَيْهَا يمحص عَنْهَا باستغفار الْمُؤمنِينَ لَهَا

    Ат-Табараниҙың хәҙистәр китабында («المعجم الأوسط» - «Урта ҡамус») Әнәстән риүәйәт ҡыла: пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйтте: “Минең Өммәтем – Аллаһының рәхмәте булған өммәт. Ҡәбергә гонаһтар менән керә, үә гонаһтарһыҙ сыға.  Уның гонаһтары тере булған мөьминдәрҙең истиғфары (ғәфү ителеүен һорау) аша кисерелә”.

   Доғаларыбыҙ йышыраҡ булған һайын, уларҙың гонаһтары кисерелә. Мулланы саҡырыу менән генә сикләнергә ярамай, үҙебеҙгә лә доғалар ҡылырға кәрәк. Был доғаларҙың береһе лә бушҡа булмаҫ, һәр ҡайһыһы файҙалы булыр. 
  
قَالَ بَلغنِي أَن فِي كتاب الله إِبْنِ آدم اثِنْتَانِ جعلتهما لَك وَلم يَكُونَا لَك وَصِيَّة فِي مَالك بِالْمَعْرُوفِ وَقد صَار الْملك لغيرك ودعوة الْمُسلمين لَك وَأَنت فِي منزل لَا تستعب فِيهِ من سيىء وَلَا تزيد فِي حسن


     Әл-Хәсәндән риүәйәт, “Миңә Аллаһ китабында хәбәр ителде. Элек һинеке булмаған ике нәмәгә һеҙ хужа булырһығыҙ: изгелеккә (юл күрһәтеп) өндәп ҡалдырған васыяттарығыҙ үә гонаһтар артмай ҙа, кәмемәй ҙә торған ҡәберҙә һеҙҙең өсөн ҡылынған доғалар”. Был хәҙистә пәйғәмбәребеҙ (ғ.с.) мәйеткә доғалар ирешеүе һәм өҫтәүенә изгелеккә юл күрһәтеп ҡалдырыусы тураһында ла әйтеп киткән. Был да бик сауаплы ғәмәл. Бер кешене намаҙ уҡырға өйрәтһәң йәки бер сүрәне генә ятлатһаң да, шуның әжере үлгәс тә килеп торор.

/Илшат Хафизи. "Доға китабы"/

Комментариев нет:

Отправить комментарий