вторник, 16 мая 2017 г.

Донъялағы иң бысраҡ утрау.


Австралия ғалимдары донъялағы иң бысраҡ утрауҙы тапҡан. Был - Тымыҡ океандың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан Британияның Хендерсон утрауы.
Тәбиғәтенә кеше ҡулы теймәгән утрау хатта ЮНЕСКО бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән.

Баҡһаң, уның ҡомлоҡтарында 18 тоннанан ашыу сүп-сар ята икән - майҙан берәмеге тығыҙлығы буйынса донъялағы иң юғары күрһәткес был.

-Ҡомлоҡтарҙы бысратып ятыусы нәмәләрҙең күбеһе - ғәҙәти көнкүреш ҡалдыҡтары. Уларҙы файҙаланған кешеләр ул әйберҙәрҙең ҡайҙа барып юлығырын уйына ла алмайҙыр. Яр буйҙарындағы пластик күләме – утрауҙа булһынмы ул, ҡитғаларҙамы - проблеманың ҡот осмалы икәлеген сағылдырып та бөтмәй,- ти Тасмания университетынан Дженнифер Лаверс.

Тымыҡ океандың көньяҡ өлөшөндәге күп кенә ағымдар Хендерсен утрауында осраша, шуға күрә көн һайын кеше йәшәмәгән был утрауға диңгеҙ 3 мең ярым сүп-сар киҫәген сығарып ташлай - уларҙың күбеһе пластик.


Ғалимдар мәғлүмәттәре буйынса, сығарып бәрелгән был көнкүреш ҡалдыҡтары донъяның ике тиҫтәнән ашыу иленән йөҙөп килгән.


Комментариев нет:

Отправить комментарий