суббота, 11 января 2020 г.

Кәүҙәһен фәрештәләр күтәреп барған сәхәбә



Сәләмә ибн Әсләм (раҙыйаллаһу ғәнһү) һөйләгән:
«Пәйғәмбәребеҙҙең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) бик ныҡ яратҡан дуҫтарының береһе – Сәғд ибн Мүғаҙ (раҙыйаллаһу ғәнһү), вафат булды. Сәғд (раҙыйаллаһу ғәнһү) тураһындағы ҡайғылы хәбәрҙе алғас та, Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм)  сәхәбәләре менән бергә шунда уҡ уның йортона юлланды. Пәйғәмбәр (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм)  алдан, беҙ арттан барҙыҡ. Һәм бына беҙ Сәғд (раҙыйаллаһу ғәнһү) булған бүлмәнең ишегенә яҡынлаштыҡ. Унда Сәғд ибн Мүғаздың (раҙыйаллаһу ғәнһү)  кәүҙәһенән башҡа бер кем дә юҡ ине. Әммә һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм), әйтерһең дә кемгәлер баҫырға ҡурҡҡан кеүек, һаҡ ҡына инде. Минең эскә инергә теләгәнемде күргәс, урынымда ҡалырға ишаралап бойорҙо. Мин туҡтаным да, артымда булғандар ҙа туҡтаһын өсөн ымланым.
Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) сыҡҡас, мин: «Йәә Рәсүлуллаһ! Мин берәүҙе лә күрмәнем. Тик һеҙ әйтерһең дә кемдәрҙеңдер иңдәре аша атлап үткән төҫлө тойолдоғоҙ». Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) аңлатты: «Быға тиклем ергә аяҡ баҫмаған етмеш мең фәрештә Сәғдтың (раҙыйаллаһу ғәнһү) кәүҙәһен алып барыр өсөн төштөләр. Бүлмәлә ултырырға мин урын тапманым. Фәрештәләрҙең береһе урын бирҙе, тик шул саҡта ғына ултыра алдым».
Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм), Сәғд ибн Мүғаҙҙың ирешкән тәҡүәлек дәрәжәһе менән уғата риза булып, уңайы сыҡҡан һайын уны күҙ уңында тотоп ҡабатлар ине: «Әй Әбү Ғәмр, һин ниндәй бәхетле! Әй Әбү Ғәмр, һин ниндәй бәхетле! Әй Әбү Ғәмр, һин ниндәй бәхетле!»
(Ибн Сәғд, 3; 428 – 430)
Әйҙәгеҙ әле, беҙ ҙә, үлемебеҙҙән һуң кәүҙәбеҙҙе фәрештәләр алып барырлыҡ итеп, ғүмер кисерәйек.





Комментариев нет:

Отправить комментарий