вторник, 5 июля 2011 г.

НАТО Рәсәй менән уртаҡ ПРО-ға ҡаршы.

Рәсәй НАТО-ла хәүеф күрмәй, әммә үҙ- ара аралашыуҙа етди проблемалар һаҡлана. Был хаҡта Сочиҙағы Рәсәй- НАТО ултырышында Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров белдерҙе.

Ракетаға ҡаршы оборона яңынан төп темаларҙың береһенә әүерелде. Мәскәү уртаҡ система төҙөү яҡлы; Альянс етәксеһе Андерс Фог Расмуссен НАТО һәм Рәсәй системларын айырым итеп күреүен белдерҙе. Ул НАТО комплекстарының Рәсәйгә тоҫҡалмаясағын , әммә был мәсьәлә буйынса юридик килешеүҙәр төҙөү артыҡ икәнлеген аңғартты.

Шулай уҡ Ливиялағы хәл дә мөһим темаларҙың береһе булды. Мәскәү Альянсты Хәүефһеҙлек советы резолюцияларын ентекле үтәмәүҙә тәнҡитләне. Мәҫәлән, уҙған аҙнала ҡайһы бер илдәрҙең баш күтәреүселәргә ҡорал һата алыуы хаҡында мәғлүмәттәр алынды. Расмуссен иһә НАТО-ның документҡа теүәл нигеҙләнеп эшләүен һәм шуға нигеҙле операцияны дауам итәсәген белдерҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий