понедельник, 15 августа 2011 г.

Әл- Ҡотта теракт.

Ирак ҡалаһы Әл- Ҡотта 30 кеше икеләтә теракт ҡорбаны булды. Ҡала үҙәгендә бер нисә минут арауығында ике шартлау яңғыраны.

Урындағы дауахана врачтары һүҙе буйынса, 60 кеше зыян күргән. Вафат булғандар һәм яралылар араһында ҡатын- ҡыҙҙар, балалар бар.

Автомобилгә һалынған икенсе шартлатҡыс ҡоролма фажиғә урынына полицейскийҙар һәм врачтар килгәс шартлаған.

Иракта һуңғы айҙа ғына 260 кеше теракт ҡорбаны булған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий