четверг, 29 сентября 2011 г.

Американлы 11 сентябрҙе ҡабатларға уйлаған.



АҠШ- та 11 сентябрь терактын ҡабатлаға йыйыныуҙа шик аҫтына алынған кешене тотҡандар. Суд тикшереүе һөҙөмтәләре буйынса, Массачусетстан 26 йәшлек Ризван Фирҙәүес, пилотһыҙ осоу аппаратына шартлатҡыс тултырып, Пентагонға йүнәлтергә йыйынған.
Үҙҙәрен Әл-Ҡаидә вәкилдәре итеп танытып, ФБР агенттары Фирҙәүестең йортона ул заказ биргән шартлатҡысты, ҡорал, гранаталарҙы алып килгәндәр һәм урынында уҡ уны ҡулға алғандар.
Суд тикшереүе мәғлүмәттәре буйынса, Бостон университетын тамамлаған был кеше үҙенең операцияһын уҙған йылдың башында уҡ планлаштыра башлаған һәм шунда уҡ  ФБР- ҙың иғтибарын үҙенә йәлеп иткән.
Махсус хеҙмәт вәкилдәре хәбәр итеүенсә, улар Фирҙәүестең эшмәкәрлеген тулыһынса контролдә тотҡан һәм пландарына сик ҡуйырға әҙер торған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий