среда, 28 сентября 2011 г.

Гректар налог түләргә теләмәй, депутаттарын аҫып ҡуйырға теләй.



Гректар парламент депутаттарын аҫып ҡуйырға вәғәҙә бирә: Синтагма майҙанында дар ағастары эшләнгән дә инде. Депутаттарҙың күсемһеҙ милеккә яңы налог индереү  хәбәре халыҡтың асыуын ныҡ ҡабартты. Был сиктән тыш сара тураһында ай башында иғлан ителгәйне. Хөкүмәт ошо йылда уҡ 2 миллиард евро килем алырға өмөтләнә. Әммә манифестацияла ҡатнашыусылар налог түләмәҫкә саҡыра. Ваҡ эшҡыуарҙарҙар ҙа- бәләкәй магазин һәм кафе хужалары- уларҙың фекере менән ризалаша, сөнки клиенттарҙың ҡырҡа кәмеүенән тәүге сиратта улар зыян күрә:
Магазинымды һаҡлай алмаҫымды белә инем. Тик мин хәҙер эшемде лә юғалттым, яңыһын да таба алмайым. Ни ҡылырға ла белмәйем.”
Полицейскийҙар ҙа экономия сараларына ҡаршы сыға: дәүләт структураһы вәкилдәре булараҡ хеҙмәт хаҡын кәметеүҙәр, эш урындарын ҡыҫҡартыуҙар беренсе нәүбәттә уларға ҡағыла. Төрлө забастовкалар һәм ҡаршылыҡ акциялары Грецияла аҙна буйы барасаҡ тип көтөлә.
 Copyright © 2011 euronews

Комментариев нет:

Отправить комментарий