пятница, 11 ноября 2011 г.

18 йылға һуҙылған юл: Рәсәй ВТО-ға инә.


Декабрҙә ВТО-ның министрҙар конференцияһының формаль ултырышында Рәсәй Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына саҡырыу аласаҡ. 18 йылға һуҙылған был юлда башҡа кәртәләр юҡ.

“ВТО-ға рәхим итегеҙ... ахырҙа,-”тип яҙылған ВТО башлығы Паскаль Ламиҙың Рәсәй вәкиле Дмитрий Медведковҡа биргән футболкаһында. Рәсәйҙе ВТО-ға индереү буйынса эшлекле төркөм председателе Стефан Йоханнессон “Миссия үтәлде”тигән яҙыу менән футболка алды.

Кесаҙна көн, документтар пакеты раҫланғандан һуң, Йоханнессон Рәсәйҙе ВТО сафына алырға тәҡдим итте:

“Рәсәйҙең ВТО-ға инеүе бар яҡҡа ла файҙалы буласаҡ,- тине ул.- Делегацияларҙың бер вәкиле бөгөн иртән әйткәнсә, бынан һәммәбеҙ отасаҡ. Ауыр замандар кисергән донъя экономикаһы өсөн был яҡшы яңылыҡ.”

Донъя сауҙа әйләнешенең 95 проценты ВТО-ға ингән 153 ил өлөшөнә төшә. Рәсәй менән бергә был күрһәткес 98 % тәшкил итәсәк.

ВТО-ның министрҙар конференцияһы 15-17 декабрҙә Женевала үтәсәк. Бынан һуң Мәскәү йәй уртаһына саҡлы ойошмала ағза булып тороу өсөн документтар пакетын раҫлаясаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий