Артабан илдәге ҡан ҡойошто бөтөрөр өсөн, Төркиәнең премьер- министры Тайып Эрдоган Сүриә президенты Башар Асадты властан тиҙерәк китергә өндәй. Сүриәлә көс ҡулланыу туҡтатылмай. Хомс һәм Дераанан һәүәҫкәр видеокадрҙар ошо хаҡта һөйләй.
БМО мәғлүмәттәре буйынса, быйылғы йылдың мартынан алып Сүриәлә 3500 самаһы кеше һәләк булған. Эрдоган, парламентта сығыш яһап, Асадты буш героизмда ғәйепләне: “Сүриә президенты аҙаҡҡаса алышасағы тураһында әйткәйне. Үҙ халҡына ҡаршы ”аҙаҡҡаса алышҡандарҙы”иҫкә төшөргөң килһә, нацистар Германияһын, Гитлерҙы, Муссолиниҙы, Чаушескуны иҫлә. Артабан ҡан ҡойоуҙы, үҙ халҡыңа ҡаршы көс ҡулланыуҙы туҡтатам тиһәң, властан баш тарт. “
Cүриә властары граждандар һуғышы башланыу хәүефен инҡар итә. Сүриәлә бик күп ҡораллы боевиктар эш итә, тип белдерә улар. Шишәмбе көн дәүләт телевидениеһы Хомста бер нисә террористың ҡулға алыныуы хаҡында хәбәр итте. Бик күп ҡорал тартып алынған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий