среда, 9 ноября 2011 г.

Либерияла һайлауҙарҙың икенсе туры тамамланды.


Халыҡ әҙ килеүгә ҡармаҫтан, Либерияла һайлауҙарҙың икенсе турының һөҙөмтәләрен иҫәпләйҙәр. Кешеләр, бер яҡтан, урамдарҙағы тәртипһеҙлектәрҙән шөрләһә, икенсе яҡтан, оппозицияның һайлауҙарға бармаҫҡа саҡырыуына ҡушылалар.

Аналитиктар бындай шарттарҙа идара итеүсе хөкүмәт башлағы еңеүсе буласаҡ тип бара. Ул- биш йыл элек ҡатын- ҡыҙҙар араһынан Африкала беренсе президент булған Нобель премияһы лауреаты Эллен Джонстон- Серлиф.

Серлиф үҙенең яғындағыларҙы ла, ҡаршы яҡты ла көс ҡулланыуҙы туҡтатырға саҡырҙы һәм тикшереүҙәр башларға вәғәҙә бирҙе.

11 октябрҙәге тәүге турҙа Серлиф тауыштарҙың 44 процентын йыйҙы. Уны икенсе булып килгән Уинстон Тубман һөҙөмтәләрҙе фальсификациялауҙа ғәйепләне, һәм уның яҡлылар Монровия урамдарына сыҡты. Манифестацияла ҡатнашыусыларҙың полиция менән бәрелештәргә барып еткән осраҡтары ла булды. Дүшәмбе көн хәлдәр ҡырҡыулашты, сөнки сираттағы бер сыуалыштан һуң, полицейскийҙар Тубман партияһының штаб- фатирын штурм менән алдылар. Бынан уларҙы БМО- ның тыныслыҡ урынлаштырыусы көстәре бәреп сығарҙы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий