пятница, 30 декабря 2011 г.

Мысырҙағы тентеүҙәр: “бындай хәл Мөбәрәк заманында ла булманы.

17 хоҡуҡ һаҡлау һәм демократия яҡлы ойошма, улар араһында америка һәм европа ойошмалары ла бар, мысыр властарының иғтибар үҙәгендә. Илдең генпрокуратураһы уларҙың финанслау сығанаҡтарын асыҡлау өсөн, компанияларҙың офистарында тентеүҙәргә һәм документтарҙы тартып алыуға санкция биргән.

АҠШ Мысыр властарының был эшенә ҡарата үҙенең борсолоуын белдерҙе. Дәүләт департаменты вәкиле Виктория Нуланд былай тине:

“Беҙ Мысыр хөкүмәтен кисекмәҫтән хөкүмәттеке булмаған ойошмаларҙы һәм уларҙың хеҙмәткәрҙәрен ҡыҫырыҡлауҙы туҡтатырға, тартып алынған мөлкәтен кире ҡайтарып бирергә саҡырҙыҡ..”

АҠШ-та төпләнгән Халыҡ- ара Республика институты етәкселегенең мөрәжәғәтендә “хатта Мөбәрәк заманында ла бындай башбаштаҡлыҡҡа юл ҡуйылманы”, тиелә.

Шул уҡ ваҡытта, тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, был компанияларҙың эшмәкәрлеге сит ил эштәр министрлығынан һәм башҡа вәкәләтле ведомстволарҙан кәрәкле лицензияларҙы алмайынса алып барылған, шулай уҡ Мысырҙың ҡайһы бер закондарын боҙған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий