пятница, 17 февраля 2012 г.

Балалар фажиғәһе израиллеләрҙе һәм палестиндарҙы берләштерҙе.



Иерусалимдың төньяғында 10- лап кеше юл һәләкәте ҡорбаны булған. Кесаҙна көн иртән ҡара таң менән Палестинаның мәктәп автобусы йөк машинаһы менән бәрелешкән. Бәрелеүҙән, автобус түңкәрелеп, яна башлаған.
Израиль ҡотҡарыусылары һәм уларҙың палестина коллегалары бик тиҙ  ваҡиға булған урынға килеп еткән.
“Палестина янғын һүндереүселәре шунда уҡ балаларҙы ҡотҡарырға тотондо,- ти израиль медигы Шалом Галиль.-Күреүемсә, израиль ҡотҡарыусылары ла, палестиндар ҙа ҡулға- ҡул тотоношоп хеҙмәттәшлек иттеләр.”
Хәбәр итеүҙәренсә, юл фажиғәһендә 30- лап кеше яраланған, шуларҙың өсәүһе бик ауыр хәлдә. Врачтар балалар ғүмере өсөн көрәшә.
Машина йөрөтөүсе, Израиль гражданлығы булған ғәрәп, еңел йәрәхәттәр генә алған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий