среда, 8 февраля 2012 г.

Исландия: ҡыш урынына- яҙ.


Европа илдәрен ҡаты һалҡындар солғап алған саҡта, Исландияла, киреһенсә, был осор өсөн үтә лә йылы көндәр тора. Һауа температураһы 4-5 градус йылылыҡты күрһәтә, ә уҙған дүшәмбелә ул хатта 10 градусҡа ҡәҙәр күтәрелде. Синоптиктарҙың билдәләүенсә, Атлантиканың төньяғында 25 ғинуарҙа, Рәсәйҙән себер һыуыҡтары Европаға тарала башлағанда йылытҡан. Һөҙөмтәлә, европа илдәре ҡарға батып ултырғанда, Исландия газондарында йәшел үлән күрергә мөмкин.



Комментариев нет:

Отправить комментарий