четверг, 9 февраля 2012 г.

Европа йәшелсәләре туңған.



Европаны ҡоршап алған себер һыуыҡтары йәшелсәселекте арыу ғына ҡаҡшатты һәм хаҡтарҙы күтәреп ебәрҙе. Францияның күмәртәләп һатыу ассоцияцияһы мәғлүмәттәре буйынса, ҡайһы бер йәшелсәләр ( мәҫәлән, йәшел һуған, япраҡ салаты) аҙна эсендә бер ярым- ике тапҡырға ҡиммәтләнгән.
Ер туңды, яҙғы йәшелсәләрҙең уңышы хәүеф аҫтында. Йәшелсә ағастары ла һалҡындарҙы ауырлыҡ менән үткәрә.Францияның төньяғындағы алма һәм груша буйынса махсуслашҡан фермер кооперативынан Гийом Сеган бына нимә ти:
“Уҙған аҙнала иртәләрен 13- 14 градуслы һалҡындар торҙо. Дүшәмбенән алып хатта көндөҙ ҙә һалҡын...”
Хәҙер теплицаларҙы йылытыу өсөн ферма хужаларына күберәк күмер, электр ҡулланырға тура килә, улар иһә һыуыҡтар арҡаһында ҡыйбатланып китте. Йылылыҡҡа киткән сығымдар йәшелсә етештереү үҙҡиммәтенең яртыһын тәшкил итә. Был өҫтәмә сығымдар ҙа һатып алыусылар елкәһенә төшәсәк.
Ғәҙәттә, был ваҡытта йәшелсә-емештәрҙе Көнбайыш Европаға, айырым алғанда, Францияға Африканан килтерәләр, әммә һалҡындар, йырып сыҡҡыһыҙ көрттәр арҡаһында йөк машиналары магазиндарға барып етә алмай.
Франция ғына ауыр хәлдә түгел. Италия фермерҙары конфидерацияһы иҫәпләүенсә, аномаль һыуыҡтар сәбәпле, быйыл ҡыш милли аграр тармаҡ 150 миллион евро юғалтыуы ихтимал.



Комментариев нет:

Отправить комментарий