суббота, 10 марта 2012 г.

16 меңдән берәү: япон фермеры хәүефле зонаны ҡалдырып китергә теләмәй.





Японияның “Фукусима” АЭС-ындағы һәләкәттән һуң бер йыл үткәс тә, Томиока ҡаласығында һиҙелерлек үҙгәрештәр юҡ. Хәүефле зонала ҡалған халыҡ ҡаланы ташлап китте. 16 мең кешенең береһе лә кире әйләнеп ҡайтманы. 53 йәшлек фермер Наото Мацумуранан башҡалары. Мацумура хәҙер йорт- ерһеҙ ҡалған хайуандарҙы ҡарау менән шөғөлләнә. Бында уға хәүеф янамауына ул ысын күңелдән ышана:
“Бында ҡайтыу 100 процентҡа хәүефһеҙ, тип әйтә алмайым. Әммә минең йәштәге кешеләр өсөн был проблема түгел. Бәләкәй балалы кешеләр бында үҙҙәрен нисек хис итеүҙәрен әйтә алмайым, тик минең йәштәгеләр өсөн ҡурҡыныс юҡ, тип уйлайым.”
Һорашыуҙарҙың һөҙөмтәләре буйынса,Фукусима префектураһынан күсерелгәндәрҙең өстән бер өлөшө кире әйләнеп ҡайтырға теләмәй. Төп сәбәп- атом станцияһы эҙемтәләренән ҡурҡыу.
Атом энергияһы буйынса Халыҡ- ара агенствоның генераль сәркәтибе һөйләй:
“Фукусима”лағы һәләкәт- киҫәтеү билдәһе. Кешеләр, приоритеттарҙы ҡайтанан ҡарап, артабан ядро хәүефһеҙлеге хаҡында уйлаясаҡ. Әйтергә кәрәк, хәҙер улар шуны яҡшы белә: ядро хәүефһеҙлеге- төп мәсьәлә.”
“Фукусима” АЭС-ында һәләкәт 2011 йылдың 11 мартында көслө ер тетрәүҙән һуң башланды. Ҙур-ҙур территориялар радиоактив бысраныуға дусар булды; хәүефле зонанан 80 мең кеше күсерелде.
  

Комментариев нет:

Отправить комментарий