воскресенье, 11 марта 2012 г.

“Бишенсе элемент” рәссамы донъя ҡуйҙы.




“Мёбиус” ҡушаматлы француз художнигы Жан Жиро тыуған ҡалаһы Парижда 74 йәшкә сыҡҡанда донъя ҡуйҙы.
Күп һанлы комикстары һәм фантастик романдарға иллюстрациялары Жироға билдәлелек алып килде. Ул Дантеның “Илаһи комедия”һын иллюстрациялау буйынса итальян проектында ҡатнашыусыларҙың береһе. “Мёбиус” ҡушаматын  Жиро фантастикаға мөрәжәғәт иткәс уйлап тапты.
Уның иҫәбендә байтаҡ фильмографиялар. Мёбиус “Пятый элемент”, “Бездна”, Звездная битва: через пространство и время кеүек һәм башҡа фильмдарҙың художнигы. Ул шулай уҡ сценарист һәм үҙ комикстары буйынса төшөрөлгән мульфильмдар авторы булараҡ та билдәле.

Комментариев нет:

Отправить комментарий