понедельник, 12 марта 2012 г.

Америка һалдаты афған ауылы кешеләрен атҡан.




Америка һалдаты Кандагар провинцияһындағы бәләкәй генә ауылдың 16 кешеһен үлтергән. Ул яҡындағы хәрби базала хеҙмәт иткән, ә йәкшәмбе көн таң менән ауылға килгән һәм өс йорттоң кешеләрен атҡан. Һалдат нервылары ҡаҡшауҙан атҡан, тип баралар. Афған властары мәғлүмәттәре буйынса, һәләк булғандар араһында 9 бала, 2 ҡатын бар.
Афғанстандағы НАТО көстәренең командованиеһы был ғаиләләрҙең ҡайғыһын уртаҡлашты, ғәфү үтенде, аяныслы ваҡиғаны тикшергәндә, американдар яғынан да, афған яғынан да вәкилдәр буласағы хаҡында белдерҙе.
“Әлегә белгәндәребеҙ шул: һалдат базанан киткән, инцидент булғандан һуң ҡайтҡан һәм ҡулға алынған,-” тине генерал Карстен Джакобсон.- Ваҡиғаның сәбәптәре, шарттары тикшерелә.
Фажиғә Афғанстанда башланған Америкаға ҡаршы акцияларҙан һуң булған. Баграм хәрби базаһында американдарҙың Ҡөрьәнде яндырыуы афған халҡының асыуын ҡабартҡан. Ҡаршылыҡ акцияларында көс ҡулланыуҙар ҙа булған. Унда 30 кеше һәләк булған, шуларҙың 6- һы Америка һалдаты.

Комментариев нет:

Отправить комментарий