Гондурастың
төньяғындағы төрмәлә янғын һөҙөмтәһендә 18 кеше вафат булған. Янғын Сан- Педро-Сула ҡалаһындағы холоҡ төҙәтеү
учреждениеһында тотҡондар башлаған бола арҡаһында сыҡҡан.
Тәүге мәғлүмәттәр буйынса,
тәртипһеҙлектәр икмәкханала башланған. Килеп еткән янғын һүндереүселәргә
тотҡондар оҙаҡ ҡына эшкә тотонорға ирек бирмәгән. Полиция хәбәр итеүенсә, 13 әҙәм янған йәки тонсоғоп үлгән, дүртәүһе бола башланғас үлтерелгән.
Февраль айында ғына Комаягуа ҡалаһы төрмәһендә
лә ҙур янғын булғайны. Ул саҡта 360 кеше һәләк булды.
Комментариев нет:
Отправить комментарий