вторник, 20 марта 2012 г.

Грецияла “бәрәңге революцияһы.”


Ауыл хужалығы продукттарын туранан- тура, аралашсыларһыҙ һатыу инициативаһы Үҙәк Македонияла барлыҡҡа килде.
Урындағы властарҙың һәм активистарҙың ярҙамы арҡаһында фермерҙар үҙҡиммәтенә 24 тонна картуф һата алды. Уларҙың өлгөһөнә илдең башҡа региондары һәм баш ҡала ла эйәрҙе.
“Аҡса яғы наҡыҫ, шуға күрә барыһы ла экономияларға тырыша. Минең уйымса, урындағы властарҙың шәп башланғысы бөтә йәмғиәт өсөн файҙалы,-”ти һатып алыусыларҙың береһе.
“Бындай һатыуҙы тәүләп ойошторабыҙ. Тәүҙә ҡыйынлыҡтар ҙа булды, ләкин аҙаҡ беҙ 3 мең кешенән заказ алдыҡ,-”ти Афина мэры.
Бындай яңы баҙарҙарҙа картуфтың килограмы -28 евроцент, зәйтүн майының литры 3 евро тора. Супермаркеттағы хаҡтар менән сағыштырғанда был ике тапҡырға арзаныраҡ. Ферма хужалары өсөн туранан- тура һатыу- көрсөк мәлендә мохтажлыҡ кисергән халыҡҡа теләктәшлек белдереү генә түгел, сауҙа өҫтәмәләренә ҡаршылыҡ белдереү ҙә ул.



Комментариев нет:

Отправить комментарий